Республикала яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһына йомғаҡ яһалды.
БР хәрби комиссары Игорь Харченконың белдереүенсә, был призывта 254 кеше әрме хеҙмәтен үтеүгә яраҡһыҙ тип табылған. 1992-2001 йылғы егеттәр һигеҙ хәрби һөнәр буйынса ДОСААФ- та уҡыған. Әммә курсанттарҙың белеме түбән: уларҙың 10 проценты ғына водитель танытмаһына имтиханды бер биреүҙә тапшырған.952 кеше С категориялы водитель танытмаһы алған.