Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә шағирә, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Ҡарамышеваның "Осорҙан осорҙарға" тип аталған йыйынтығы донъя күрҙе. Өр-яңы шиғырҙарҙы туплаған китаптың тиражы 700 дана.