Новости
1 Июль 2019, 07:00

Салат тәмле булһын тиһәгеҙ…

Барлыҡ ингредиентты ла бер төрлө – йә шаҡмаҡлап, йә һаламлап турарға кәрәк. Ҡунаҡтар алдына ҡуйғанда матур була.

Салат тәмле  булһын тиһәгеҙ…Салат тәмле  булһын тиһәгеҙ…
Салат тәмле булһын тиһәгеҙ…
Барлыҡ ингредиентты ла бер төрлө – йә шаҡмаҡлап, йә һаламлап турарға кәрәк. Ҡунаҡтар алдына ҡуйғанда матур була.
- Сей йәшелсәне пластик йәки быяла таҡтала тура­ғыҙ. Ағас таҡта һутты һәм еҫтәрҙе һеңдерә.
- Сей йәшелсәләрҙе табынға бирер алдынан ғына турағыҙ. Йылыла витаминдары тарҡала башлай, һуты аға.
- Салатҡа аҙ ғына һарымһаҡ тәме бирергә телә­һәгеҙ, һарымһаҡ ышҡылған икмәк киҫәге һалып тороғоҙ.
- Салат әҙерләгәндә йылы ингредиенттарға һал­ҡынын ҡушырға ярамай. Юғиһә тиҙ боҙола.
- Салатты тик быяла йә­ки эмаль һауытта һаҡлағыҙ. Уны һыуытҡыста 12 сәғәттән дә оҙаҡ тоторға ярамай.
- Тоҙҙо салатҡа табынға бирер алдынан ғына һалы­ғыҙ. Йәшелсәнең һуты ныҡ аҡмаҫ.
- Салаттың өҫтөн соста­вындағы ризыҡтар менән ге­нә биҙәйҙәр.
Читайте нас