Серов ҡалаһы хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Максим Якуценя яратҡан шөғөлөнә нөктә ҡуйырға булды.
38 йәшлек һөжүмсе заманында «Металлург» (Серов), «Мечель» (Силәбе), «Металлург» (Новокузнецк), «Авангард», «Нефтехимик», «Металлург» (Магнитогорск), ЦСКА, «Трактор», «Донбасс» (Украина), «Детва» (Словакия) һәм «Салауат Юлаев» командалары өсөн сығыш яһай. КХЛ-да бөтәһе 618 осрашыу уҙғарып, 310 (122+188) мәрәй туплай.