Новости
25 Июня 2019, 10:46

Медколледж филиалы асыласаҡ

Һаулыҡ һаҡлау министрлығына медиктар һәм белгестәр етмәй.

Медколледж филиалы асыласаҡМедколледж филиалы асыласаҡ
Медколледж филиалы асыласаҡ
Киләһе йыл Өфөлә БДМУ-ның медицина колледжының филиалы асыласаҡ.

Уҡыу учреждениеһы Репин урамындағы элекке һөнәрселек училищеһы бинаһы базаһында урынлашасаҡ. Ошонда уҡ дөйөм ятаҡ та буласаҡ.
50-70 йылдарҙа төҙөлгән был бинаны республика властары баш ҡала вуздарына тапшырғайны. Бында ӨДНТУ һәм Республика инженер лицей-интернаты дөйөм ятаҡтары ла урынлашҡан.
Медколлеждың төнъяҡ филиалы йылына 150 урта звено медицина хеҙмәткәрҙәрен сығарырға тейеш.
Ҡала хакимиәте бинаны төҙөкләндереү йәһәтенән ярҙам вәғәҙә итә. Сөнки проект социаль яҡтан мөһим иҫәпләнә – әлеге ваҡытта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 1150 табип һәм 973 шәфҡәт туташы талап ителә.
Читайте нас