Новости
24 Июня 2019, 09:34

Был аҙнала алкоголле эсемлектәр һатылмаясаҡ

Республикала "ҡоро закон" ғәмәлгә инә.

Был аҙнала алкоголле эсемлектәр һатылмаясаҡБыл аҙнала алкоголле эсемлектәр һатылмаясаҡ
Был аҙнала алкоголле эсемлектәр һатылмаясаҡ
27 июндә – Йәштәр көнөндә – Башҡортостанда йәнә “ҡоро закон” ғәмәлгә инәсәк. Был көндә республика магазиндарында араҡы һатыу тыйыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 май республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары район һәм ҡалаларҙың һабантуй байрамдарында, Йәштәр һәм Белем көндәрендә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тыйған закон сығарҙы.
Әйткәндәй, араҡы һатыуҙың ваҡыты ла ҡыҫҡартылды. Быға тиклем иртәнге 8-ҙән киске 11-гә тиклем булһа, хәҙер алкоголь иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем генә һатылырға тейеш.
Читайте нас