Өфөнөң Рихард Зорге урамында урынлашҡан паркта яңы һәйкәл асылды. Республиканың 100 йыллығына арнап, “Өфө газпром трансгаз” йәмғиәте төбәк газсыларын хөрмәтләне.
Дүрт метрлыҡ скульптура газсыларҙың төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөн һынландыра.
Статуя Башҡортостандың тәүге газ билдәләү станцияһы урынында төҙөлгән.
Һәйкәлдең авторы – Хәлит Ғәлиуллин.