Республика ауыл хужалығы предприятелары 44 мең гектарҙа күп йыллыҡ мал аҙығы культураларын сапҡан. Был бар күләмдең 10 проценты тигән һүҙ.
10 мең тонна бесән һәм 93 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Был эштә көньяҡ урман-дала, Урал алды дала, һәм төньяҡ урман-дала райондары әүҙем. Урал аръяғы ла мал аҙығы әҙерләүҙе башлаған.
Иң күп сенажды (14,5 мең тонна) ауырғазылар әҙерләгән. Ҡалтасылар бесән сабыуҙа өлгөр - улар 1,3 мең тонна күрһәткес биргән.