Новости
18 Июнь 2019, 16:59

Өсөнсө, дүртенсе, бишенсе... балаларға ипотека компенсацияһы

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары бик яҡшы бер закон проектын икенсе уҡыуҙа хупланы. Документ күп балалы ғаиләләргә компенсация тураһында.

Өсөнсө, дүртенсе, бишенсе... балаларға ипотека компенсацияһыӨсөнсө, дүртенсе, бишенсе... балаларға ипотека компенсацияһы
Өсөнсө, дүртенсе, бишенсе... балаларға ипотека компенсацияһы
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары бик яҡшы бер закон проектын икенсе уҡыуҙа хупланы. Документ күп балалы ғаиләләргә компенсация тураһында.
Закон проектын әҙерләүҙә Думаның бөтә фракцияһы ла, Федерация Советы ағзалары ла ҡатнашҡан. Ул Президент Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә.
Документҡа ярашлы, ғаиләлә өсөнсө йәки унан һуңғы балалар тыуған хәлдә, ипотека кредитын ҡаплар өсөн 450 мең һум күләмендә аҡса түләнә.
Норма 2019 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпләнә. Киләсәктә был ярҙамды 30 мең самаһы ғаиләнең алыуы көтөлә.

Читайте нас