Новости
13 Июнь 2019, 10:33

Чубайс яңы һалым индерәйек ти

Санкт-Петербургта үткән иҡтисади форумда "Роснано" башлығы Анатолий Чубайс Рәсәйҙә углерод һалымын индерергә кәрәк тип белдерҙе.

Чубайс яңы һалым индерәйек тиЧубайс яңы һалым индерәйек ти
Чубайс яңы һалым индерәйек ти
Санкт-Петербургта үткән иҡтисади форумда "Роснано" башлығы Анатолий Чубайс Рәсәйҙә углерод һалымын индерергә кәрәк тип белдерҙе.
Яңы һалым сәнәғәтселәрҙе зарарлы ҡалдыҡтарҙы ташлауҙы кәметергә булышлыҡ итәсәк ти ул. 2016 йылда Рәсәй климат буйынса Париж килешеүен ҡабул итте һәм уның үтәлеше зарарлы ҡалдыҡтарҙы иҫәпкә алыу буйынса дәүләт системаһы булдырыуҙы күҙ уңында тота. Һалым ошо системаға бәйләнәсәк. Аҡса йыйымының күләмен тәүҙә бәләкәй итеү, аҙаҡ ставкаларҙы арттырыу күҙаллана.

Читайте нас