Новости
4 Июнь 2019, 17:08

Ситтән килеүселәр һабантуйҙа көрәшергә тейешме?

Республикала үткән һабан байрамдарында милли көрәш спорты ғәҙәттәгесә халыҡтың иғтибарын ныҡ йәлеп итә. Таһыллыҡ, йылғырлыҡ, көс һәм түҙемлек талап иткән ярышты балалар, өлкәндәр күҙәтергә ярата.

Был сетерекле хәлгә түбәндәге аңлатма бар. Ауыл биләмәһе башлығы Марсель Хәсәнов белдереүенсә, байрамда ысынлап та милли көрәш буйынса асыҡ турнир уҙғарылған. Уны ошо ауылдан сыҡҡан һәм әле Себерҙә йәшәгән Әхәт Ғарифуллин ойошторған һәм бағыусы булған.
Былтырғы һабантуйҙа көрәш ярышы ябыҡ формала үткән. Ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ғаризаларҙы аҙ биргән. Приздар дүрт ауырлыҡ категорияһында уйнатылған. Өсәүһендә бар теләүселәр ҡатнашһа, дүртенсеһе тик ауылдыҡылар өсөн тәғәйенләнгән. Унда ике генә кеше көрәшкән. Һөҙөмтәлә приздар артып ҡалған.
Быйылғы көрәш былтырғының хатаһын иҫәпкә алынып, асыҡ формала үткән. Бының турала район гәзитендә, интернетта иғландар баҫылған. Ситтәгеләр асыҡ формала көрәш үтә икәнен күргән һәм ярышҡа килгән дә инде. Билбаулы алышта ҡатнашҡандарҙың профессиональ спортсымы-юҡмы икәнен хакимиәт вәкилдәре аныҡ әйтә алмай. Ә бына ауылдағы көрәшселәр - ябай кешеләр.
Иптәштәр! Ошондай аңлашылмаусанлыҡтар ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә? Ситтән килеп приздарҙы алһындармы? Әллә балаларҙы милли көрәш спортына ылыҡтырырғамы?
Фекерҙәр көтәбеҙ! Яҙығыҙ!
Читайте нас