Utair авиакомпанияһы лайнерҙары кешеләрҙе дүшәмбе һәм йома көндәрендә ташыясаҡ. Өфөнән самолет иртәнге сәғәт 10 тула 15 минуттан тигәндә осоп китәсәк, Венанан иһә урындағы ваҡыт менән 1-се 5 минутта һауаға күтәреләсәк. Боинг-737 лайнерҙары бер юлы 126 кеше һыйҙыра ала.
Өфөнән Венаға тиклем билет "Минимум" тарифында 5698 һумдан башлана, "Оптимум" - 6803 һум, "Премиум" - 7903 һум тора. Яңы линия тап Венаға һайланыуы юҡҡа түгел. Австрияның баш ҡалаһы донъялағы иң матур ҡалаларҙың береһе булып тора, унда музейҙар күп, концерттар булып тора. Вена - Европа үҙәге, уның аша Чехияға, Словакияға, Венгрияға барырға мөмкин. Регуляр авиабәйләнеш булдырыу Европа туристарын Башҡортостанға йәлеп итергә тейеш.