Рәсәйҙә Мәскәүҙән 100 йыл артҡа ҡалған ҡалалар бар. Ҡыҙыҡ: ил - бер, ә шул тиклем айырмалыҡ.
Махсус тикшереүҙәр үткәргәндәр икән. Халҡы миллиондан ашҡан ҡалаларҙы сағыштырып ҡарамаҡсы булғандар. Шунан йылдам үҫеүселәргә һәм артта һөйрәлеүселәргә бүлгәндәр.
Мәҫәлән, шәп үҫкән ҡалалар рәтендә - Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург, Өфө, Һамар, Краснодар. Улар, әйтәйек, ун йылдан Мәскәүҙе ҡыуып етә ала. Тик бының өсөн иҡтисадтары йылына 5,9 процент үҫергә тейеш. Бының булыуы мөмкинме?
Аутсайдерҙар исемлегендә – Воронеж, Волгоград, Омск, Силәбе, Новосибирск, Дондағы Ростов, Пермь, Красноярск, Түбәнге Новгород.
Тикшеренеүҙәрҙе ойошторған “КБ Стрелка” консалтинг компанияһы белгестәре шундай һығымта яһаған: Рәсәйҙең миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалаларының ҡайһы берҙәренә ҡаланың тулайым продукты (ВГП) кимәле буйынса Мәскәүҙе ҡыуып етер өсөн уртаса 100 йыл кәрәк.
Тикшергәндә 2010 – 2017 йылғы күрһәткестәр ҡулланылған.
Мәктәптә уҡығанда балаларҙың уҡыу кимәлен ниңәлер шулай сағыштырған кеүек иҫләйемсе: бик яҡшы өлгәшкәндәр ракетала, артабан кемдер машинала, кемдер атта, кемдер ташбаҡала... Ҡалалар ҙа шулай шикелле...