Новости
27 Мая 2019, 13:03

Буш шешә йыябыҙмы?

Буш һауыттарҙы тапшырыу буйынса проектты йыл аҙағында ҡараясаҡтар.

Буш шешә йыябыҙмы?Буш шешә йыябыҙмы?
Буш шешә йыябыҙмы?
Тиҙҙән буш шешә йыя башлауыбыҙ ихтимал. РФ Премьер – министры Дмитрий Медведевтың ҡарары буйынса, Тәбиғи ресурстар һәм экология, Сәнәғәт һәм сауҙа, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары әлеге мәсьәләне ентекләп өйрәнергә тейеш. Әгәр ҙә кәрәкле тип тапһалар, сауҙа селтәрҙәре мәжбүри рәүештә полимер һәм быяла һауыттарҙы ҡабул итә башлаясаҡтар.

Быяла һауыт етештереүселәр ассоциацияһы рәйесе Владимир Долгов әйтеүенсә, буш һауыттарҙы магазинға кире ҡайтарыуҙы түләүле итмәйенсә, халыҡ был проект менән ҡыҙыҡһынмаясаҡ. Әйткәндәй, яңы тәртип сүп-сарҙы айырым йыйырға лә өйрәтәсәк.
Читайте нас