Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙың һөйәктәре яу үткән ерҙәрҙә һаман да табыла, уларҙың шәхестәре асыҡлана.
Башҡортостан эҙәрмәндәре яҙғы экспедицияла Ленинград өлкәһендә һөйәге ҡалдыҡтары табылған Хәбилов Ш. Ш. ( документта Хобилов Ш.Ш. тип яҙылған) исемле һалдаттың туғандарын эҙләй. Яҡындары ДНК экспертиза үткәреү өсөн кәрәк. Ул 310-сы уҡсылар дивизияһының 1082- се полкында кесе политрук булып хеҙмәт иткән . Өфө районынан һуғышҡа алынған. 1942 йылдың 22 авгусында яугир һәләк булған.