Ҡала уртаһында ҡоторған бурһыҡ менән осрашырсмын тип кем уйлаған?!
Өфөнөң Октябрьский районында урынлашҡан магазинға бурһыҡ килеп ингәс, һатыусылар менән һатып алыусылар уның менән һоҡланып торған әле, тәмлекәс менән һыйларға маташҡан. Ә йәнлек тотҡан кешеләргә һөжүм итә башлаған, ҡайһы берәүҙәрҙе тешләп тә өлгөргән.
Бурһыҡты баҫтыра башлағас, подсобкаға инеп, ундағы бар әйберҙе ҡыйратҡан, ти. Ветеринарҙарға сирле хайуанды йоҡлатырға тура килгән. Ә тешләнгән өс хеҙмәткәргә вакцина һәм дауалау курстары тәғәйенләнгән.
Ҡоторған хайуандар оло хәүеф тыуҙыра. Шунлыҡтан бурһыҡ йөрөгән биләмәлә – Урман техникумы, Комсомол, Шәфиев һәм Салауат Юлаев проспекты менән сикләнгән ерҙә карантин иғлан ителгән.