Сикләү 20 майҙан 31 августҡа тиклем һауа температураһы 32 градустан артһа ғәмәлгә инәсәк.
Хәрәкәт буйынса сикләүҙәр Рәсәй гидрометеорология үҙәге һауа торошо фаразы нигеҙендә индереләсәк. Юлдарҙа тейешле билдәләр ҙә ҡуйыласаҡ. Ҡағиҙә боҙоусыға административ сара ҡаралған.
Ҙур йөк транспорты эҫе көндәрҙә асфальтта бураҙналар һала. Шуға күрә бындай транспорттың төндә, һауа температураһы түбәнәйгәс йөрөүе яҡшыраҡ.