Новости
30 Апрель 2019, 20:15

Юл аша сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!

Бөгөн көндөҙ, дүрт тула тигәндә, Учалы ҡалаһының Ленин урамында йәйәүлеләр үткәүелендә ("Евразия” гипермаркеты ҡырында) “ВАЗ” машинаһы 9 йәшлек малайҙы төрттөрҙө.

Юл аша сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!Юл аша сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!
Юл аша сыҡҡанда һаҡ булығыҙ!
Бөгөн көндөҙ, дүрт тула тигәндә, Учалы ҡалаһының Ленин урамында йәйәүлеләр үткәүелендә ("Евразия” гипермаркеты ҡырында) “ВАЗ” машинаһы 9 йәшлек малайҙы төрттөрҙө.
Унынсы һанлы мәктәптә белем алыусы бала үҙенең һеңлеһе менән юлды аша сығып барған. Малай әлеге ваҡытта дауаханала, травматология бүлегендә. Юл-транспорт ваҡиғаһының шарттары ентекле тикшерелә. Билдәле булыуынса, водителдең машина йөрөтөүгә хоҡуғы сикләнгән булған.
Юлда йөрөгәндә иғтибарлы булығыҙ, зинһар! Хатта үткәүел аша сыҡҡанда ла, ян-яҡҡа ҡарау артыҡ булмаҫ.
Читайте нас