Новости
23 Апрель 2019, 15:15

Һаулығығыҙҙы тикшертеп ҡалығыҙ!

Башҡортостанда «Сәләмәт республика» акцияһы башланды: төбәктең төрлө мөйөштәренә күсмә Һаулыҡ үҙәктәре юлланды. Уға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар һәм маммографтар, республика клиник дауаханаһының һәм кардиоүҙәктең күсмә диагностикалау үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһы модуле йәлеп ителгән.

Һаулығығыҙҙы тикшертеп ҡалығыҙ!Һаулығығыҙҙы тикшертеп ҡалығыҙ!
Һаулығығыҙҙы тикшертеп ҡалығыҙ!

Башҡортостанда «Сәләмәт республика» акцияһы башланды: төбәктең төрлө мөйөштәренә күсмә Һаулыҡ үҙәктәре юлланды. Уға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар һәм маммографтар, республика клиник дауаханаһының һәм кардиоүҙәктең күсмә диагностикалау үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһы модуле йәлеп ителгән. Акция 10 октябргәсә дауам итәсәк.
Апрелдә сәләмәтлек автопоездары Ҡырмыҫҡалы (26 апрель — Һәүәләй, 27-28 апрель — Ҡабаҡ, 29-30 апрель — Прибельский), Архангелдә (22-24 — район үҙәге, 25-26 — Максим Горький, 28-30 — Баҡалды), Благовещен (22-23 — Ильино-Поляна, 24-25 — Новонадеждино, 26-27 — Бедеева Поляна, 28 — Удельно-Дыуанай, 29-30 — Николаевка), Шишмә (22-24 — Әлкә-2, 25-26 — Шиңгәккүл, 27-28 — Дурас, 29-30 — Иҫке Муса), Салауат райондарында (22-25 — Малаяҙ, 26-28 — Нәсибаш) эшләйәсәк. Табиптар ауылдарығыҙға килгәндә сәләмәтлегегеҙҙе тикшертеп ҡалығыҙ!
Читайте нас