Ә билетты тапшырыу, уның аҡсаһын ҡайтарып алыуҙың шарттары бар. Пассажир ҡапыл ҡаты ауырып китһә йә бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнһә, ғаиләһенән берәйһе үлһә генә мөмкин. Әлбиттә, поезд китмәһә йә билетта күрһәтелгән урын булмаһа, аҡсағыҙҙы кире ала алаһығыҙ. Ә былай барып ҡына “возврат” яһап булмаясаҡ. Шуның өсөн дә билет арзан һәм тарифы “невозвратный” тип атала.