Новости
11 Апрель 2019, 09:55

Рәсәйҙең дошманы Өфөлә табылды һәм юҡ ителде

Аҙыҡ-түлекте дошман урынына күргән мәлдә йәшәйбеҙ. Бына ошо көндәрҙә Өфөлә Германиянан килтерелеп, "Ильинский" сауҙа комплексында йәшертен һатылған "Дорблю" сырын тапҡандар.

Рәсәйҙең дошманы Өфөлә табылды һәм юҡ ителдеРәсәйҙең дошманы Өфөлә табылды һәм юҡ ителде
Рәсәйҙең дошманы Өфөлә табылды һәм юҡ ителде
Аҙыҡ-түлекте дошман урынына күргән мәлдә йәшәйбеҙ. Бына ошо көндәрҙә Өфөлә Германиянан килтерелеп, "Ильинский" сауҙа комплексында йәшертен һатылған "Дорблю" сырын тапҡандар.
Санкцион ризыҡты РФ Дәүләт сигендәге ветеринар надзор бүлеге белгестәре һәм БР буйынса Россельхоздадзор идаралығы вәкилдәре асыҡлаған. Сырҙы "ҡулға алғандар" һәм ваҡлап, хлорка эретмәһе һибеп, сүплеккә быраҡтарғандар.
Ә "Ильинский"ҙа пальма майынан эшләнгән, ашағанда һаулыҡҡа зыян килтергән сырлы продукттар һатыла бирә...

Читайте нас