Закон проекты авторҙары билдәләүенсә, әгәр түрә кешене киң мәғлүмәт саралары аша, йә халыҡ араһына сыҡҡандамы, сығыш яһағандамы кәмһетһә (мыҫҡыллаһа, көлһә), штраф түләргә тейеш була. Түләү күләме 50 – 100 мең һум булһын тиелгән. Ә чиновник (шул иҫәптән депутат та) социаль селтәрҙәрҙә телен тыймаһа, 500 мең һумға тиклем түләйәсәк.
Нисек, йәмәғәт? Коммунистар маладисмы? Исмаһам, закон проекты булһа ла әҙерләгәндәр бит. Уны нисә парламентарий хуплар икән? Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Дәүләт Думаһында барлығы 450 депутат.