Унда күренекле башҡорт яҙыусылары Әмир Әминев ("Трижды семь"), Гөлсирә Ғиззәтуллина ("Та же душа"), Мөнир Ҡунафиндарҙың ("Под устаревшим Солнцем") әҫәрҙәре ингән. Баҫмала шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә бирелгән. Китаптың тиражы 1500 дана, ул "Культура России" маҡсатлы программа ярҙамында донъя күрҙе. Антологияла 50 халыҡтың ижадсылары тәҡдим ителгән.