Әнүәр Рауил улы Абдрафиҡов 1954 йылдың 12 авгусында Стәрлетамаҡта тыуған. Тыуған ҡалаһында пединститут һәм Свердловскийҙа Урал социаль-сәйәсән институтын тамамлаған. Комсомол, партия органдарында эшләгән, аҙаҡ Стәрлетамаҡ совхоз техникумында вазифалар атҡарҡан. 1989 йылдан «Рощинский» совхозын етәкләгән. Күп төрлө наградалары бар.