Был хәл кисә Шишмә районының "Аҡманай-5" баҡсасылығында йәйге йорт ихатаһында булған. Ҡотҡарыусыларға сәғәт төнгө 10 тула тигәндә шылтыратып әйткәндәр. Газ, электр хеҙмәте белгестәре, район хакимиәте вәкилдәре, ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына йүнәлгән.
Соҡор бик ҙур, оҙонлоғо 12 метр, киңлеге 7 метр, тәрәнлеге 7 метрға барып еткән. Өйҙөң соланына етеп кенә туҡтаған.