Новости
28 Март 2019, 10:48

Балаң баҡсаға йөрөмәйме? Силсәүиткә хәбәр ит!

Балаһын баҡсаға йөрөтөргә теләмәгән ата-әсә был хаҡта урындағы үҙидаралыҡ органына хәбәр итергә тейеш.

Балаң баҡсаға йөрөмәйме? Силсәүиткә хәбәр ит!Балаң баҡсаға йөрөмәйме? Силсәүиткә хәбәр ит!
Балаң баҡсаға йөрөмәйме? Силсәүиткә хәбәр ит!
РФ Мәғариф министрлығы мәктәпкәсә белем биреүҙе ойоштороу тәртибе тураһындағы документҡа үҙгәреш индерҙе. 6 апрелдән алып, яңы ҡағиҙә буйынса, балаһын баҡсаға йөрөтөргә теләмәгән ата-әсә был хаҡта урындағы үҙидаралыҡ органына хәбәр итергә тейеш.

Шулай уҡ яңы тәртип буйынса, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында:
1) балалар баҡсаһының программаһына ярашлы, ата-әсәнең йәки законлы вәкилдең ғаризаһы буйынса балаға туған телдә (Рәсәй халыҡтары телдәре һанынан) белем биреү;
2) балалар баҡсаһының программаһына һәм локаль акттарға ярашлы сит телдә белем биреү мөмкинлектәре бар.
Бынан тыш, инвалид балаларға белем биреүҙе ойоштороуҙа реалибитациялау ғына түгел, ә абилитациялау (дауалау) ҙа тейешле. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға мәктәпкәсә учреждениела шарттар булдырыуҙы психологик-медик-педагогик комиссия билдәләйәсәк.
Читайте нас