Новости
26 Март 2019, 11:46

Уртаса эш хаҡы 32 мең һумға күтәрелгән тиҙәр...

Статистиктар белдереүенсә, ғинуар айында Башҡортостан ойошма-предприятиеларында эш хаҡы 32 248 һум тәшкил иткән. Был былтырғы шул мәлгә ҡарағанда 7,3 процентҡа күберәк.

Уртаса эш хаҡы 32 мең һумға күтәрелгән тиҙәр...Уртаса эш хаҡы 32 мең һумға күтәрелгән тиҙәр...
Уртаса эш хаҡы 32 мең һумға күтәрелгән тиҙәр...
Статистиктар белдереүенсә, ғинуар айында Башҡортостан ойошма-предприятиеларында эш хаҡы 32 248 һум тәшкил иткән. Был былтырғы шул мәлгә ҡарағанда 7,3 процентҡа күберәк.
Төбәк иҡтисадына эшләүселәрҙең уртаса һаны бер аҙ артҡан - 1,090 млн-дан ашыу кеше һанала.
Иң күп эш хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереүселәрҙә - 68 497 һум.
Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусыларҙа 57 724 һумға еткән.
Химия сәнәғәтендәгеләр 48 925 һум алып һөйөндө.
Ә бына тире эшкәртеүселәр һәм унан әйберҙәр етештереүселәр киреһенсә көйөндө - ни бары 13 500 һум алғандар. Мебелселәрҙең эш хаҡы ла шул кимәлдә килә. Кейем тегеүселәр ҙә иң әҙ эш хаҡы алып көн күрә.
Читайте нас