Новости
13 Март 2019, 10:48

Инвалид бала тәрбиәләгәндәргә түләүҙәр арта

Рәсәй Президенты Указына ярашлы ярашлы, 1 июлдән инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарын ҡарау буйынса пособие арттырыла.

Инвалид бала тәрбиәләгәндәргә түләүҙәр артаИнвалид бала тәрбиәләгәндәргә түләүҙәр арта
Инвалид бала тәрбиәләгәндәргә түләүҙәр арта
Рәсәй Президенты Указына ярашлы ярашлы, 1 июлдән инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарын ҡарау буйынса пособие арттырыла.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, эшләмәгән ата-әсә өсөн бала саҡтан беренсе төркөм инвалидын тәрбиәләү буйынса айлыҡ түләүҙең күләме 11 мең 500 һум буласаҡ. Әле пособие 6 мең 200 һум тәшкил итә.
Түләүҙәр тәғәйенләнгән бөтә ата-әсәләргә һәм опекундарға бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, уның күләме автоматик рәүештә яңынан иҫәпләнә.
Республикала 16 мең 600 инвалид бала иҫәпләнә.
Читайте нас