Шулай уҡ, 13 апрелдә Сорғот ҡалаһында округ башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтергә тейеш. Уны урындағы ҡоролтай етәксеһе Рәүҙәт Әбделхаҡ улы Ҡолмәнбәтов ойоштора. Төмән өлкәһендә 46 меңләп башҡорт йәшәй, шуның 36 меңе –Ханты-Манси автономиялы округында. Милләттәштәребеҙҙең дөйөм иҫәбенән сығып, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ХМАО башҡорттары 12 делегат һайлаясаҡ.