Новости
10 Март 2019, 09:21

Ыста! Стәрлетамаҡтар сәхнәгә ниңә тәгәрмәсһеҙ "бобик" сығарған?

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе тамашасыларын йәнә яңы спектакль менән һөйөндөрҙө. Әхиәр Хәкимовтың романы буйынса ҡуйылған “Ҡуштирәк” спектаклен сәхнәгә Айҙар Зарипов сығарҙы.

Ролдәрҙе Марат Зөбәйеров, Әлиә Зарипова, Фәнил Ҡарасурин, Илфир Баймырҙин, Рафиҡ Хәсәнов, Илгиз Әкимбәтов, Ләйсән Кәримова, Илнур Атйетәров, Гөлйемеш Ибраһимова, Таһир Фәтҡуллин, Ирек Ибраһимов, Зиләрә Юлтаева, Гөлнара Йәрмиева, Айгөл Зөбәйҙуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙулина, Рәсил Сынбулатов, Револь Ғималов, Нурзидә Сәлимгәрәевалар башҡарҙы. Премьера тамашасының күңеленә хуш килде: улар артистарҙы аяғүрә баҫып алҡышланы.
Читайте нас