Новости
6 Март 2019, 13:41

Сәсен йотоп үлә яҙған

Нефтекама дауаханаһының икенсе бүлегенә "эсем ауырта, хәлем юҡ һәм ҡоҫҡом килә" тип бәлә һалған 8 йәшлек ҡыҙҙы килтергәндәр. Аппендикс елһенеүе тип уйлаған табиптар операция тотонған. Ләкин улар көтөлмәгән табылдыҡҡа юлыҡҡан.

Сәсен йотоп үлә яҙғанСәсен йотоп үлә яҙған
Сәсен йотоп үлә яҙған
Нефтекама дауаханаһының икенсе бүлегенә "эсем ауырта, хәлем юҡ һәм ҡоҫҡом килә" тип бәлә һалған 8 йәшлек ҡыҙҙы килтергәндәр. Аппендикс елһенеүе тип уйлаған табиптар операцияға тотонған. Ләкин улар көтөлмәгән табылдыҡҡа юлыҡҡан.
Ҡыҙ оҙаҡ ваҡыт сәстәрен сәйнәп йөрөгән һәм аңғармаҫтан йотҡан булған. Улар нәҙек эсәктәрҙә уралып, безоар тигән йомғаҡҡа әйләнгән. Аҙаҡ был безоар туҡ эсәккә илткән урынды ҡаплаған.
Хирургтар бер сәғәтлек операция мәлендә эсәктәрҙе ҡырҡып, сәс йомғағын алған. Бер аҙнанан ашыу ваҡыт үткәс, һауыҡҡан ҡыҙҙы дауахананан сығарғандар.
Читайте нас