«Һабынды ике төрлө ысул менән яһарға – майҙарҙы һелте ярҙамында йыуып, барыһын да тик үҙеңә яһап алырға мөмкин йәки әҙер сеймалды – һабын нигеҙен (мыльная основа) һатып алырға була. Уны һатҡан махсус магазиндар бар, килограмлап һатыла. Үҙемә күпме кәрәк, мәҫәлән, 100 грамм ҡырҡып алам һәм иретәм – бының өсөн һабынлы һауытты микротулҡынлы мейестә йәки парҙа тоторға кәрәк, ҡайнатырға ярамай. Унан нигеҙ итеп һайланған майҙы ҡушаһың, быға виноград төшө, зәйтүн, сәй ағасы һәм башҡа майҙарҙың береһен һайлайым. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер файҙа килтерә – тәнде йомшарта, йәшәртә, кислородҡа байыта, ҡан әйләнешен яҡ¬шырта. Артабан эфир майы тамыҙам – бында ла рәхәтләнеп һайланырға була – абрикос, ваниль, роза, әфлисун – ниндәй еҫ теләйһең, шуны ҡушаһың, ассортимент бик бай. Төҫө менән дә шулай уҡ, бының өсөн инде аш-һыу өсөн тәғәйенләнгән буяуҙарҙы һатып алырға кәрәк. Диңгеҙ тоҙо, һоло киҫәксәләре, кофе орлоғо ҡушылһа, скраб, пилинг булып тора. Шыйыҡ көйөнсә теләгән формаға ҡойоп, ҡатырырға ултыртам. Бер самаһы ваҡыт торғандан һуң эксклюзив һабын әҙер. Үҙ ҡулың менән яһаған продукт гипоаллерген, химик матдәләрһеҙ, уны ҡурҡмай ҡулланырға була, бер ниндәй ҙә аллергия тыуҙырмаясаҡ, сәләмәтлек өсөн файҙалы. Дарыу үләндәрен ҡушып яһарға мөмкин,"
- тип һөйләп, иҫ китмәле матур һабын ҡайнатып та күрһәтте. Һабын ҡайнатыуҙың һис тә ауырлығы юҡ икәненә төшөнгәс, ҡыҙҙар үҙҙәренә оҡшаған төрлө формалар, еҫтәр, төҫтәр һайлап, дәртләнеп ижади эшкә тотондо.