Сходтарҙың көн тәртибендә мотлаҡ законһыҙ алкоголь һатыу, янғын хәүефһеҙлеге темалары булырға тейеш. “Халыҡтың башҡа мәсьәләләр тураһында ла һөйләшкеһе киләлер”, – тине Радий Хәбиров. Иң мөһиме етәкселәр халыҡ араһына сығып, мәғлүмәт биреү эштәрен башҡарырға тейеш.
– Беҙҙең маҡсат – халыҡ эскелеккә ҡаршы көрәшкә үҙе ҡушылырға тейеш, – тип белдерҙе Башҡортостан башлығы. – Кешенең күпселеге был афәткә ҡаршы.