Подрядсы фонтандарҙы 1 майҙа эшләтеп ебәрергә, көн һайын һауытты таҙартып торорға, айына кәм тигәндә ике мәртәбә һыуын алмаштырырға, тендерҙа күрһәтелгән башҡа техник бурысты үтәргә тейеш.
Өфөлә 20 фонтан эшләйәсәк. Һәр береһенә туҡталғанда, адрестары түбәндәгесә: “Искра” кинотеатры (теге яланғас малай), ”Орион” ижад һарайы, Өфө ҡала ЗАГС-ы, Хәҡиҡәт урамындағы 21-се йорт, Достоевский урамындағы 64-се йорт, ике фонтан майҙаны, Хоҙайбирҙин, Мостай Кәрим, Дзержинский, Нуриев, Театр скверҙары (“Ете ҡыҙ”), Салауат Юлаев майҙаны, Йәштәр һарайы, ”Айгөл” ҡунаҡханаһы биләмәһе, Ленин, Якутов исемендәге парктар, ”Родина” кинотеатры, Беренсе май аллеяһы, ”Өфө-Арена” боҙ һарайы, ”Башҡортостан” дәүләт концерт залы янында.