Новости
22 Февраль 2019, 10:35

Йылдам үҫеш биләмәләре буйынса ниәттәр ҙур

Рәсәй һәм республика хөкүмәттәре менән берлектә Башҡортостанда өс ТОР (территория опережающего развития) – йылдам үҫеш биләмәһе – барлыҡҡа килде. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, улар – Белорет, Нефтекама һәм Благовещен ҡалалары.

Әле уларҙа төрлө проект буйынса килешеүҙәр төҙөлә. Үҫеш буйынса күҙаллауҙар етди. “Нефтекама” ТОР-ы ике мең яңы эш урыны булдырырға һәм дүрт миллиард һум инвестиция йәлеп итергә тейеш. “Белорет” биләмәһендә – 1,5 мең эш урыны һәм һигеҙ миллиард һум инвестиция, “Благовещен” биләмәһендә 1300 эш урыны, ете миллиард һум инвестиция табыу шарт.
Әйткәндәй, беҙҙә Күмертау һәм Бәләбәй йылдам үҫеш биләмәләре эшләй.
Читайте нас