Дүртөйлө районы башлығы Ринат Хәйруллин, хаҡлы ялға сығыу сәбәпле, отставкаға китте. Был вазифала ул 2010 йылдан алып эшләне.
Әлегә район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Риф Йосопов тәғәйенләнгән.
Р. Йосопов — 2003 - 2017 йылдарҙа Саҡмағош районын етәкләне, ауыл хужалығы фәндәре докторы, ғилми хеҙмәттәр, монографиялар авторы.
Дүртөйлө районының яңы башлығы, конкурс һөҙөмтәһе буйынса, мартта билдәле буласаҡ.