Ике етәксенең һөйләшәһе һүҙҙәре күп булды. Етмәһә, федераль үҙәк иғтибар итә торған мәсьәләләр ҙә бар. Әлбиттә, Сибайҙағы хәл-торошто ла урап үтмәнеләр.
Игорь Комаров журналистар менән брифинг ваҡытында ҡалалағы экология хәле иғтибар уртаһында булыуын белдерҙе. “ГОК етәкселеге эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә төп яуаплы. Март аҙағында артабан ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеге хаҡында яңы ориентирҙар аласаҡбыҙ. Бөтә бурыстар үтәлер, тип ышанам”, – тине Президент вәкиле.