14 февраль көнө Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнде. Был йәһәттән “Йәш быуын китап һөйөүсеһен тәрбиәләйбеҙ” тип исемләнгән Ассоциация 2019 йылдың 11-19 февраленә тиклем "Һөйөү менөн китап бүләк ит" тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһын үҙғарҙы.
Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылы модель китапханаһы ла был акцияға ҡушылды. Ауыл китапханасыһы Гөлшат Рахманғолова хәбәр итеүенсә, бында 14 февралдә “Китапханаға китап бүләк ит” акцияһын уҙҙы. Ауыл халҡы быға әүҙем ҡушылды. Улар йорттарындағы уҡылған, ләкин яҡшы тороштағы китаптарға икенсе һулыш бирҙе.
Китапхана 30-ҙан артыҡ китап менән тулыланды. Был акцияла ҡатнашыусыларға барыһына ла эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ошондай изге эште хуплап, күтәреп алыуҙары өсөн ҙур рәхмәт.