Новости
15 Февраль 2019, 09:43

Киҙеү килде...

Башҡортостан мәктәптәре бер-бер артлы карантинға ябыла башланы. Сәбәбе: киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу осраҡтарының күбәйеүе.

Киҙеү килде...Киҙеү килде...
Киҙеү килде...
Башҡортостан мәктәптәре бер-бер артлы карантинға ябыла башланы. Сәбәбе: киҙеү һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыу осраҡтарының күбәйеүе.
БР Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, әле республикала 35 мәктәп карантинда. Сир айырыуса Нефтекамала көслө, буғай, ундағы 18 мәктәп тә уҡыу-уҡытыуҙы туҡтатҡан. Өфө, Салауат, Учалы ҡалаларында, Ишембай, Ҡыйғы райондарында ауырыусылар күп. Әгәр ҙә бер класта йә мәктәптә балаларҙың 20 проценты ауырыһа, карантин иғлан ителә.
Хоҙай, һаҡланғанды һаҡ­лармын, тигән. Профилактика сараларын күрегеҙ.
Читайте нас