Новости
11 Февраль 2019, 08:59

Президент мөрәжәғәт итәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен 20 февралдә уҡыясаҡ. Әммә әлегә урыны билдәле түгел.

Президент мөрәжәғәт итәсәкПрезидент мөрәжәғәт итәсәк
Президент мөрәжәғәт итәсәк
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен 20 февралдә уҡыясаҡ. Әммә әлегә урыны билдәле түгел.
Был хаҡта уның матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте. Журналистарҙы аккредитациялау 15 февралдә башлана.
– Әҙерлек бара. Мөрәжәғәтнамә тексы буйынса эш башланды, министрлыҡтар, Кремль хакимиәтендәге белгестәр тейешле күрһәтмәләрҙе үтәй, - тигән Песков әфәнде.
Әйткәндәй, Владимир Путин Мөрәжәғәтнамә менән 2000 йылдан алып 14 тапҡыр сығыш яһаны. Былтыр 1 мартта уҡығайны.
Читайте нас