Ҡанунға индерелгән үҙгәрештәр, әрме хеҙмәтенә алыныусыларға ла, запастағы хәрбиҙәргә лә ҡағыла. Бының өсөн уҡыған йәки эшләгән урыныңдан хәрби комиссариатҡа белешмә генә килтерергә кәрәк. Яңы ҡағиҙәләр хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының һөҙөмтәлелеген күтәреү мөмкинлеге бирәсәк.