Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә, эшҡыуарлыҡтың иҡтисад һәм бөтә социаль йәшәйеш өсөн әһәмиәткә эйә икәнен муниципалитеттар һәм ведомстволар етәкселәре аңларға тейеш. Етмәһә, һуңғы йылдарҙа республикала инвестиция күләме төшкән.
– Минеңсә, был бөтөнләй һәләкәт кеүек. Тышҡы сауҙа әйләнеше күләме лә, сит ил инвестицияһы күрһәткестәре лә 2008 йылдан алып ныҡ түбән, – тине Радий Хәбиров. Һәм үҙебеҙгә лә нимәлер барлыҡҡа килтереп, был торошто үҙгәртергә кәрәклеген билдәләне.