Новости
1 Февраля 2019, 11:54

Учалы районында мәктәп автобусы түңкәрелгән

Учалы-Ахун-Ҡарағай юлының 16-сы саҡрымында 65 йәшлек водитель ПАЗ маркалы автобус менән идара иткәндә уны юл ситенә түңкәргән. Салонда туғыҙ бала булған.

Учалы районында мәктәп автобусы түңкәрелгәнУчалы районында мәктәп автобусы түңкәрелгән
Учалы районында мәктәп автобусы түңкәрелгән
Учалы-Ахун-Ҡарағай юлының 16-сы саҡрымында 65 йәшлек водитель ПАЗ маркалы автобус менән идара иткәндә уны юл ситенә түңкәргән. Салонда туғыҙ бала булған.
Авария һөҙөмтәһендә балаларҙы ҡарап барған ҡатын һәм 9-сы класта уҡыусы ике балиғ булмаған балаға медицина ярҙамы кәрәк булған. Ярай бөтәһе лә хәүефеҙлек ҡайышын эләктергән.
Әле был хәлгә нимә килтерҙе тип тикшереү бара.
Читайте нас