Был күңелһеҙ хәл үткән шәмбелә Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булған. Бының турала бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
- "Һөрөм газы менән ағыуланыу" диагнозы менән өс кеше - улар араһында 8 һәм 13 йәшлек балалар - дауаханаға килтерелгән. Был хәлгә йорт елләтеүе системаһын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу килтергән. Елләтеү рәшәткәһе полиэтилен шыптыр менән ҡапланған булған - тип хәбәр итте ведомство етәксеһе.