Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рәйлә Мәүлитова – йәш әсә. Әле өйҙә йәш ярымлыҡ Искәндәрҙе ҡарау менән мәж килә. Бер юлы күңел талабы ҡушҡан эш менән дә булыша, табыш та ала. Рәйлә ҡатын-ҡыҙҙарға керпек үҫтереп бирә, емеш-еләкле гөлләмә, кәрзиндәр яһай, туйҙарға аксессуарҙар эшләй.