Бурыслы ғаиләнең туған-тыумасаһына ла, һаулығығыҙға зыян килтерәсәкмен, тип ҡурҡыта хаттин ашҡан коллектор. Полиция хеҙмәткәрҙәре психологик, физик баҫым яһаусының шәхесен асыҡлау буйынса оператив-тикшереү сараларын ойоштора. Граждандарҙың хоҡуғын боҙоусы 28 йәшлек ир ҡулға алына, башбаштаҡлығы өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.