Новости
21 Января 2019, 09:14

Өфө быйыл спортсы пенсионерҙарҙы ҡабул итәсәк

2019 йылдың авгусында баш ҡалала Рәсәй пенсионерҙарының VI Спартакиадаһы финалы уҙасаҡ. Илдең 70 төбәгенән 600-ҙән ашыу оло йәшле спортсы килеүе көтөлә. Шулай уҡ яҡындағы сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар буласаҡ.


Инәй-олатайҙар өҫтәл теннисында, йөҙөүҙә, еңел атлетикала, комбинирланған эстафетала, атыуҙа, шахматтарҙа, дартста һәм ГТО номаларын тапшырыуҙа көс һынашасаҡ.
Бығаса бындай ярыш Чебокасары, Һарытау, Тула, Пенза һәм Новосибирскиҙә үтте.
Читайте нас