«Уларҙың күбеһе был уйынды телевизорҙан ғына күргәне бар, — тип һөйләне урындағы «Уралым» баҫмаһы журналистарына йәмәғәтсе Рәбиға Бикбулатова. — Ойоштороусыларға байрам, балаларға йәнә йылмайыу бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт, сөнки уларҙың башҡаса «Планета Смайлс»та булыу мөмкинлеге юҡ ине».
Әкиәти тамашаны «Афарин» балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре һәм «Урал батыр» этноконкурсында ҡатнашыусылар ҙа ҡараны. Байрамға килеү балаларҙың әүҙем ижади тормошо өсөн бүләк булды. Боулинг уйнағандан һуң балалар шыршыла уттар ҡабыҙҙы һәм Ҡыш бабайҙы саҡырҙы. Улар бергәләп әйлән-бәйлән өйөрөлдө, йырланы, бейене. Әйткәндәй, байрамда Ҡыш бабай ролен уйнаған Хабрахман Мансуровҡа балаларҙың яратҡан тылсымсыһы роленә инеү өсөн тырышырға тура килмәне. Сөнки ул — 35 йыл стажы булған Ҡыш бабай, хатта Бөйөк Устюгта илдең төп Ҡыш бабайында уҡып ҡайтҡан.