«Башҡортомдоң 100 йыры» дискы Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата әҙерләнгән, уны Сибай концерт-театр берекмәһендә ҡатнашыусылар яҙҙырған. Бөтәһе 100 йыр тупланған, авторҙары — республиканың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин. Йыйынтыҡ йыр һөйөүселәрҙең коллекцияһын тулыландырып ҡына ҡалмаҫ, ә музыкаль уҡыу йорттары студенттары өсөн файҙалы уҡыу-ҡулланма материалы ла булыр тиҙәр улар.