Новости
6 Ноябрь 2018, 12:20

Баймаҡ уҡытыусыларын каникул мәленә эштән ҡыуалар икән...

Иптәштәр!БР Хөкүмәтендәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡовты тәңҡитләне.- Баймаҡ районына сәфәрҙән һуң миңә уҡытыусылар яҙҙы - уларҙы көҙгө каникул мәленә эш хаҡы түләмәҫкә эштән сығарғандар, - тип белдерҙе Радий Хәбир улы.Ошондай осраҡтар ҡайһы райондарҙа бар? Яҙығыҙ, директор, "завроноларҙан" ҡурҡмағыҙ. Фейктан да яуаптар ҡабул ителә.Башлыҡтың Баймаҡ районы мәғарифына ҡағылышлы әйткәне видеояҙмала 1 сәғәт тә 25 минуттан ҡарап була.https://www.youtube.com/watch?v=sMH4yrMKt0U

Читайте нас